17 ғинуарҙа Баймаҡ район суды башҡорт активисы Фаил Алсыновты РФ Енәйәт кодексының «нәфрәт уятыу» хаҡындағы 282-се статьяһы нигеҙендә дүрт йыл колонияға хөкөм итте. Ғәйепләү сәбәбе — Алсыновтың Ишмырҙа ауылында йәшәүселәр протест йыйынында ҡулланған «ҡара халыҡ» тигән һүҙбәйләнеше булды. Енәйәт эше Башҡортостан башлығы Радий Хабировтың ғаризаһы нигеҙендә ҡуҙғатылды. Алсынов белдереүенсә, уның һүҙҙәре башҡортсанан дөрөҫ тәржемә ителмәне. Активисҡа теләктәшлек белдерер өсөн судтың һуңгы ултырышына меңдәрсә кеше килде. Баймаҡта булып ҡайтҡан ОВД-Инфо корреспонденткаһының шул көндө күргәндәрен һөйләп бирәбеҙ.
*ҡайһы бер геройҙарҙың исемдәре именлек ниәтенән үҙгәртелгән
Баймаҡ — Урал тауҙары менән уратылған бәләкәй башҡорт ҡалаһы. Бында аҫаба башҡорттар йәшәй. Халыҡ ат һәм һыйыр аҫрай, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Баймаҡта бейек йорттар юҡ, ә суд бинаһына борма-борма юл бара. Был юлдан, һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, судҡа ирҙәр һәм ҡатындар, өлкәндәр һәм йәштәр ағыла. Судҡа илтеүсе юлдар полиция менән ябылған, халыҡ ҡаршыһына трактор сығып килә. Кешеләр, машиналарын ҡалдырып, юлын йәйәү дауам итә.
Иртә таңдан уҡ бөтә республикала интернет өҙөклөктәре күҙәтелә, Баймаҡтың үҙендә интернет та, мобиль бәйләнеш тә юҡ. Ултырыш башланырҙан бер сәғәт алда суд янына спецназ автобусы килә — каскалы росгвардеецтар эстә ултыра, икеһе тышта дежурҙа тора. Ултырыш сәғәт 9:30ға билдәләнгән.
Такси саҡыртып булмай, бер кәрәҙле элемтә операторы ла эшләмәй. Юл ситендә машина тотабыҙ ҙа Мораттың һоро иномаркаһына ултырабыҙ. Морат бында, Баймаҡта йәшәй.
«Унда бөтә юлдарҙы ла ОМОН япҡан инде, тиҙәр. Урап барам, — ти Морат. — Фаилде беләбеҙ, уға теләктәшлек белдерәбеҙ. Ул башҡорт ерҙәре яҡлы, халыҡҡа ярҙам итә. Минеңсә, Башҡортостан башлығы унан Ҡуштау өсөн үс ала. Фаил ауылдан ауылға йөрөп, көмөшкә менән араҡы һатыуҙы тыйҙы — ауылдарҙа йәштәр ҡалмай бит инде, ә ҡалғандары эскеселеккә һалыша бара. Мәктәптәрҙә башҡорт телен тыйырға теләгән инеләр, ул халыҡты күтәрҙе лә мәктәптәрҙә тел өйрәнеү ҡалды. Минең балаларым урыҫ телендә уҡырға тейеш ине, ә хәҙер башҡортса уҡыйҙар».
Тел мәсьәләһе Башҡортостанда ауыр тойола. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Айгөл Атанова әйтеүенсә, тел өйрәнеү менән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында проблема килеп тыуа. Мәҫәлән, балалар баҡсаһында башҡорт телендә тәрбиәләнеүсе төркөм асыу өсөн ата-әсәләр белем биреү процесын ойоштороуҙо ла, төркөмдө башҡортса китаптар менән тәьмин итеүҙе лә үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр. Уларҙы Өфөнән тыш башҡа райондарҙа табыуы ауыр, ти эксперт.
Бәлки кешеләр шуның өсөн Алсыновты эҙәрләүгә сәбәп булған нотоҡҡа айырыуса иғтибар итә: ул халыҡ менән туған телендә һөйләшә.
Морат һөйләүенсә, 15 ғинуарҙа, беренсе протест көнөндә, суд бинаһы янында машиналарҙың күплегенән буш урын да булмаған. Бөгөн дә шулай. Ултырыш башланырҙан бер сәғәт алдан уҡ йөҙҙәрсә кеше килгән. Улар башҡортса һәм урыҫса «Азатлыҡ! Свободу!» тип оран һала.
«Беҙ махсус Өфөнән килдек, төндә барҙыҡ, — үҙен Азат тип таныштырыусы ир-ат һөйләй. — Фаил Алсынов Республикабыҙҙа таҙалыҡ һәм тәртип булһын өсөн көрәшә. Экстремистик бер нимә лә әйткәне юҡ уның, тик һүҙҙәрен урыҫсаға яңылыш тәржемә иткәндәр ҙә, ул бер халыҡты кәмһеткән һыман булып сыҡты. Беҙ яҡташыбыҙға теләктәшлек белдерер өсөн генә килдек. Быны „Укронацисттар“ ойоштора тип яҙалар — ялған. Бында һәркемдең фронтта иң кәмендә бер танышы бар».
Азат һөйләүенсә, уның ағаһы Украиналағы һуғышҡа ирекмән булып китте — аҡса эшләү өсөн. Уның батальоны Фаилде яҡлап видео төшөрҙө. Бер туғанының һуғышка китеүен Азат хупламай: «Уны ла кире уйлатып ҡараным, үҙем дә шунда барырға теләмәйем. Улар аҙна буйы һаҙлыҡта ултырған. Нимәгә унда туңып ултырайым? Ағайым унда барыуҙан файҙа юҡ, ти».
Беҙ һөйләшә алғандарҙың күбеһе лә яҡындарының фронтҡа сараһыҙҙан китеүе тураһында һөйләйҙәр: Республикала эш урындары етмәй.
«Минең өс улым бар, уларҙың китер ере юҡ, бында йәшәйәсәктәр, — ти Гөлназ. Уға 52 йәш, ул ғүмере буйы башҡорт ауылында йәшәй. — Күптәр һуғышҡа китеп һәләк була. Башта мобилизация арҡаһында барғандар, хәҙер уларға түләйҙәр — беҙҙә эшһеҙлек бит. Ҡайһы берҙәре Ватанды һаҡлайым тип китә. Тик кемдән?»
«Мин Әбйәлил районындағы Сиҙәм ауылынан, — тип әйтә Заһир, ҡырҡ йәштәрҙәге ҡара пуховик һәм ҡалын резина итек кейгән ир-ат. — Бында „СВО“ға барып ҡайтҡан егеттәр ҙә бар. Әлбиттә, Фаил „СВО“ға ҡаршы булды. Минең ҡасабанан бик күп кеше китте, һәләк булғандары ла бар, ә уларҙы һаман да яу ҡырынан ҡайтара алмайҙар. Тормош хәлдәре сәбәпле киткәндәр — кемгәлер эш кәрәк, кемдеңдер төрмәнән сығаһы килә. Бына һеҙҙеңсә, ул дөрөҫмө? Миңә ҡалһа дөрөҫ түгел. Сөнки был халҡыбыҙҙы ҡырып бетереү. Хатта кем өсөн һәм нимә өсөн һуғыша алғандарын да белмәйем“.
Рәсәйҙә тыйылған «Башҡорт» йәмәғәт ойошмаһының лидерҙарының береһе һәм Фаилдең тарафдары Руслан Ғәббәсов Украинаға ҡаршы һуғыштың «беҙҙең һуғыш түгел» икәне хаҡында даими рәүештә яҙа. «Украиндар беҙгә бер насарлыҡ та эшләмәгән, империя иһә беҙҙе гел иҙгән. Нимәгә хәҙер улар яҡлы һуғышырға тейешбеҙ?» — тип бер интервьюһында һөйләне ул. Башҡорт милләтселәре менән бәйле телеграм-каналдар ҙа бындай ҡарашта тора.
Алсынов үҙе һуғышҡа ҡаршы пост баҫтыра. Фаил әйтеүе буйынса, «хәҙер ҡулға ҡорал тота торған ваҡыт түгел». Уның яҙыуынса, Рәсәй пропагандаһы Украинала «рус теленә өйрәтмәйҙәр» тип һөйләй, тик шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда йәштәр «башҡорт теле республикала тыйылғанлығын онотоп һуғышҡа бара».
«Беҙ китә алмайбыҙ, бында өйөбөҙ»Урындағы властар резонанслы судҡа әҙерләнгән: ошо көндәрҙә республиканың төрлө мөйөштәрендә Куштау шиханын һаҡлап ҡалыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдергән активистарҙы ҡулға алдылар. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Илнар Ғалинды һәм Юлай Аралбаевты алырға килгән, ә полицейскийҙар Рафаил Абдрахмановты ҡулға алған. Баймаҡта көс структуралары Илдар Йомағоловҡа эләгергә тырышҡандар — әүҙемсенең фатирында электр һүндерелгән. Бер төркөм ярҙамсылар уның өйөнә килгәс, хеҙмәткәрҙәр киткән һәм электр ҡайтарылған. 16 ғинуарҙа Фаил Алсыновты экстремистар һәм террорсылар исемлегенә индерҙеләр.
Суд бинаһы янында, төркөм менән уратып алынған инвалид креслоһында ир-ат ултыра. Ханым уның аяғын хәстәр менән шаҡмаҡ юрғанға төрә. Улар эргәһенә кешеләр килеп ир менән иҫәнләшә, ҡосаҡлай. Ирҙең исеме — Илсур Ирназаров — республикала билдәле экоактивист. Уҙған йәйҙә Темәс ауылында халыҡ йыйылышындағы карьерҙар төҙөү буйынса фекер алышыуҙы үткәргән өсөн Баймаҡ районы суды уға 10 мең һум штраф һалған. Бөгөн Баймаҡта уның иптәшен хөкөм итәләр.
«Мин Фаилды шәхсән үҙем беләм, — ти ул. — Ул 20 йыл элек үк минең менән танышырға килгәйне. Шул ваҡыттан алып беҙ уның менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ, — Илсур йыш ҡына туҡтап, берәйһе менән ҡосаҡлаша һәм „әссәләмә-ғәләйкүм“ гә баш ҡаға, — республикала бер сара ла унһыҙ үтмәне һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙа бер ниндәй ҙә дәғүә тыуҙырманы, сөнки барыһы ла тыныс үтә ине. Хатта хәҙер ҙә бында төрлө социаль ҡатлам, төрлө йәштәге кешеләр һәм барыһы ла үҙҙәрен мәҙәни тота. Граждандар йәмғиәте тап ошо инде».
«Барыһы ла 28 апрелдә башланды, — тип дауам итә Илсур. — Ишмырҙа ауылында (республиканың Баймаҡ районы) урындағы халыҡ йыйылды. Улар алтын табыусыларҙың („Евразия тау сәнәғәте компанияһы“ — ОВД-Инфо) үҙҙәре янында яңы карьер ҡаҙырға һәм Ирәндек тауы һыртында алтын алырға йыйыныуына асыуын белдерҙе. Фаил был йыйылышта сығыш яһап, „әрмәндәр үҙ иленә юлланасаҡ, рустар Рязанға барасаҡ, татарҙар Татарстанға ҡайтасаҡ, ҡара халыҡ үҙенә китәсәк. Ә беҙ китә алмайбыҙ, өйөбөҙ бында“ тип әйтте. „Ҡара халыҡ“ һүҙҙәре арҡаһында уға енәйәт эше ҡуҙғаттылар ҙа инде».
Шул саҡта Ишмырҙа халҡы үҙенекен итте: май аҙағында «Евразия тау сәнәғәте компанияһы» ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙән баш тартты, бының сәбәбе «ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса республика ведомство-ара комиссияһы эшенең һөҙөмтәһе» тип атаны.
«Башҡортостандың Урал аръяғы» — Башҡортостандың Баймаҡ районы ла ингән төбәге, — Рәсәйҙең ҙур компаниялары сығарған тәбиғи ресурстарға бай. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү арҡаһында барлыҡҡа килгән етди экологик проблемалар республикала йәшәүселәрҙе борсой, шуның өсөн халыҡ даими йыйылыштар ойоштороп тора.
«Татар энциклопедияһы» белем биреү проекты хәбәр итеүенсә, «ҡара халыҡ» һүҙбәйләнешенең һүҙмә-һүҙ тәржемәһе — «ябай халыҡ, ҡара кеше» (төрки). XIII–XVI быуаттарҙа, күбеһенсә ауыл общинниктарынан, һөнәрселәрҙән һәм ваҡ сауҙагәрҙәрҙән торған Алтын Урҙаның феодаль-ирекһеҙ халҡы шулай тип йөрөтөлгән. Алсынов телмәренең «академик тәржемәһен» әҙерләгән белгес Айнур Хужәхмәтов «ҡара халыҡ» һүҙбәйләнешен тәржемә итеп, уны «хачи», «чурки», «ҡара тәнле» һүҙҙәренә тап килеүен билдәләне, тип яҙа Idel.Реалии баҫмаһы. Хужәхмәтовтың тәржемәһе енәйәт эшенә теркәлгән.
Алсыновҡа ғаризаны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙған. Ул Фаилды «протеслыҡ хәрәкәте лидеры» тип атай һәм уны «экстремистик эшмәкәрлеге» һәм РФ армияһын «дискредитациялау» өсөн яуапҡа тарттырыуҙы талап итә. Эш ҡуҙғатыла, активиста һәм уның ата-әсәһендә тентеүҙәр үткәрелә. Һуңыраҡ Алсынов, Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, эксперттарҙың уның һүҙҙәрен башҡортсанан дөрөҫ тәржемә итмәүҙәрен һәм, «ҡара халыҡ» тип әйткәндә, «ҡара эшселәр»ҙе күҙ уңында тотоуын, һәм үҙененең «ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы хөрмәт итеүсе» «башҡа халыҡ вәкилдәренә» ҡаршы бер нәмәһе лә булмауын ныҡышып әйткән.
15 ғинуарҙа Алсыновты яҡлап биш мең кеше килгән, кешеләр «Беҙ-ҡара халыҡ!» («Беҙ — ябай халыҡ!») тип оран һалған.
«Рәсәй флагы бар, ә Башҡортостан флагы ҡайҙа?»Кешеләр суд бинаһы янында бер-береһенә сәй ҡойа, өй бәлештәре тарата, кемдер аяҡтары өшөмәһен тип курткаларына баҫып тора, ҡатын-ҡыҙҙар яулыҡҡа, шәлгә төрөнә. Урамда — минус егерме алты градус.
«Бында алыҫ райондарҙан, бөтә Башҡортостандан кешеләр йыйылған. Бөтөнөһө лә үҙ теләге менән килгән, бер кемде лә мәжбүр итмәнеләр. Ул бит бер нәмә лә урламаған, бер кемде лә туҡмамаған, — ти Темәс ауылынан Гүзәл Марат ҡыҙы, ҡара тундағы оло йәштәге ҡатын. — Ул Ҡуштауҙы тотош Башҡортостан, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ өсөн яҡланы».
«Вёрстка» баҫмаһы яҙыуынса, Фаил «Күк бүре» (тәржемәһе «небесный волк», символы — ҡояш фонында бүре башы) милли ойошманың ҡатнашыусыһы һәм уның рәйесенең урынбаҫары булған. Руслан Ғәббәсов, Алсыновтың тарафдары, «Башҡорт милләтсеһенең яҙмалары» китабында «Күк бүре» идеологияһын «башҡорт либераль милләтселеге» тип тасуирлай һәм ойошманың ҡурҡмаған башҡорттарҙы рус милләтселәре һәм Кавказ республикаларында йәшәүселәр менән талаш-һуғыш осрашыуҙарына йәлеп итеүе, шулай уҡ уның ҡала йәштәре араһында популяр булыуы хаҡында һөйләй. «Күк бүре» башҡорт телен һаҡлау һәм Торатау шиханын яҡлау яғында сығыш яһаны. Бындай акцияларҙа Алсынов «башҡорт йәмәғәтселеге араһында дан ҡаҙанды», тип иҫәпләй Ғәббәсов.
2014 йылда эске фекер айырымлыҡтары («бер-береһе менән йыш бәхәсләшә һәм юҡ-бар буйынса ыҙгыша башланылар», — тип яҙа Ғәббәсов) һәм «чекистарға эшләү»ҙә ике яҡлы шиктәр арҡаһында Алсынов Руслан Ғәббәсов менән « Күк бүре»нән сығып китәләр һәм тағы ла киҫкенерәк «Башҡорт» башҡорт милли ойошмаһын булдыралар: уның активистары республика суверенитеты, башҡорт телен һаҡлау һәм табиғи байлыҡтар табыу предприятиеларын национализациялау яҡлы сығыш яһаны, хөкүмәттәге мөһим вазифаларҙы башҡорттар биләүен талап итте. «Күк бүре»нән айырмалы, «Башҡорт» үҙ эшмәкәрлеген ауылдарҙа йәшәүселәргә йүнәлтте.
Башҡортостан милләтселәре иғтибарын федераль властарҙы түгел, ә урындағы хакимиәттәрҙе тәнҡитләүгә йүнәлтте. 2020 йылда, Куштау шиханында үткән киҫкен ҡаршылыҡтарҙан һуң, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды «Башҡорт» ойошмаһын экстремистик тип таныны.
«Беҙҙең танылған сода сәнәғәтен тартып алырға теләнеләр, әммә Хәбировтың ҡулынан килмәне — беҙ бирешмәнек! Беҙҙе, башҡорттарҙы, берешәрләп баҫтырырға теләйҙәр, — ти урта йәштәрҙәге Зарифа ханым. — Кисә беҙгә ватсапты һүндерҙеләр, ә хәҙер — мобиль элемтәне. Беҙ байлығыбыҙҙы, еребеҙҙе ниндәйҙер сит ил кешеләренә бирергә теләмәйбеҙ. Ирҙәребеҙҙең яртыһы төньяҡҡа эшкә китә, ә ниндәйҙер сит ил кешеләре, әрмәндәр һәм башҡа халыҡтар алтын приискы асырға теләй. Нәҡ әрмәндәр хаҡында беҙ белмәйбеҙ, СМИ сараларында шулай тиҙәр. Беҙ ир-егеттәребеҙҙең өйҙә эшләүен, балалары менән булыуын, байлығыбыҙҙың киләсәк быуындарға ҡалыуын ғына теләйбеҙ. Беҙгә бында йәшәргә».
Суд өҫтөндә — триколор, ә халыҡ араһында республика флагтары елберҙәй. Берәүҙәре уларҙы һелтәй, икенселәре иңгә уралып, тик кенә баҫып тора. «Бына күрәһегеҙме, бында Рәсәй флагы бар, ә башҡорт флагы ҡайҙа?» — ти кемдер, суд бинаһына күрһәтеп.
«Беҙ бергә! Беҙ бергә! Беҙ бергә!»Полиция кешеләрҙе рөхсәтһеҙ митингта ҡатнашыу өсөн яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртә, йыйылғандар оран һала — уларҙың һаны 15 ғинуарҙағы кеүек, шикелле, йәғни биш мең тирәһе. Суд бинаһына ингән Алсыновты күргәс, халыҡ һыҙғыра, хуплау һүҙҙәрен ҡысҡыра башлай.
Суд периметры буйынса тиҫтәләгән көс структуралары хеҙмәткәрҙәре теҙелә. Улар һүҙһеҙ генә күҙәтә, ҡыҫылмай. Бер яҡ ситтән ОМОНлы автобустар тора, ҡара каскалар ялтырай. Суд алдында кешеләр күбәйгәндән-күбәйә, ҡайһы берәүҙәр ғаиләләре менән килә.
Халыҡ араһында башҡорт милли баш кейемендәге оҙон буйлы ир-егет тора. Ул бик уҫал күренә. Уның оҙон һаҡалы туңып бөткән, унда тамсылар эленеп тора.
«Мин Салауат ҡалаһынан. Халҡыбыҙҙы ҡыҫыуына ҡаршы булып, бында ғәҙеллек өсөн килдем, беҙҙең дә һүҙ хоҡуғыбыҙ бар. Фаил нисек террорсы була ала? Ҡуштауҙы яҡлап ҡалды, халыҡты күтәрҙе, афарин. Беҙҙе һәр нәмәлә ҡыҫырыҡлайҙар, башҡорттарҙан түрәләр бар ресурстарҙы, мөмкин булғандың барыһын да тартып алды. Беҙ үҙебеҙҙекен яҡлайбыҙ, кире ҡайтарырға теләйбеҙ. Ғөмүмән, Рәсәйҙән сығып, Башҡортостан — айырым халыҡ иле булып ҡалырға ине. Мин был турала һәр саҡ хыялланам. Егеттәребеҙ бер ниндәй сәбәпһеҙ һуғышҡа китте, был һуғыш беҙгә ниңә кәрәк? Нимә өсөн ир-егеттәребеҙ менән ҡорбан итергә тейешбеҙ?» — тигән һүҙҙәр менән ул кеҫәһенән бәләкәй генә алһыу электрон тәмәке сығара.
Халыҡ араһында ҡайһы берәүҙәр, әгәр был хәл «Путинға барып етһә», ул хәлде асыҡлар ине, тип ышана. «Һеҙҙең матбуғат Путинға барып етәме? — тип һорай Айтуған. — Ул был мәсьәләне хәл итер әле, бында әллә күпме кеше йыйылған! Шулай ҙа уға барыһын да тулыһынса белгертмәйләр. Ә Хәбировҡа бында бик насар ҡарайҙар. Яҡшы мөғәмәлә итһәләр, шул сама кеше килмәҫ ине. Ошо йылдар буйына ул нимә эшләгән? Ул үҙенә ҡаршы соҡор ҡаҙа».
«Беҙ бергә!», «Беҙ бергә!», «Беҙ бергә!» — тип ҡысҡыра кешеләр һәм «Беҙ күберәк буласаҡбыҙ!» тип дауам итәләр. Шулай килеп сыға ла — төрлө баһалар буйынса, суд бинаһы янында 10 меңгә тиклем кеше йыйылған.
«Икенсе Куштау. Икенсе Куштау был» — тип эргәнән үтә йылы тун кейгән ҡатын.
Суд бинаһынан тауыш көсәйткес тотҡан кеше сыға. Ул нимәлер әйтергә тырыша, ләкин бер нимә лә ишетелмәй. Фаилдың исемен ҡысҡырыусы халыҡ нығырак ишетелә. Тиҙҙән судья Элина Таһированың Алсыновты дүрт йылға дөйөм режимлы колонияға хөкөм итеүе билдәле булды. Һуңғы хөкөм ҡарары прокурор һорауынан да ҡатыраҡ килеп сыҡты.
Алсынов журналистарға хөкөм ҡарары уның өсөн көтөлмәгән хәл булыуын һәм ғәйебен танымауын әйтте: «Барыһына ла бик ҙур рәхмәт. Мин быны бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Мин һәр саҡ халҡымдың, республикамдың хоҡуҡтары өсөн көрәштем. Иншалла, тағы күрешербеҙ».
Бәйләнеш секунд өлөшөнә барлыҡҡа килә — социаль селтәрҙәрҙә белдереүҙәр күренә, кемдер хөкөм ҡарары тураһында телеграм-каналдарҙа уҡып өлгөрә, ләкин халыҡ ышанмай. Адвокат суд бинаһынан сығып вердикт хәбәр иткәс, халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп шаулай башлай, һәм әле тегендә, әле бында кешеләр: «Оят!», «Фаилде бирегеҙ һәм беҙ ҡайтып китәбеҙ!» — тип ҡысҡыра. Йыйылған халык суд ҡаршыһына стена кеүек теҙелә башлаған көс структуралары хеҙмәткәрҙәрен ғәрләндерә, хурлай. Уларҙың ҡайһы берҙәренең каскаларында Z хәрефе төшөрөлгән. Кешеләр яуаплап, махсус тәғәйенләнештәге отряд алдына барып баҫа. Күпмелер ваҡыт йыйылған меңдәрсә кеше һәм ҡамап алыусылар — улар өс йөҙләп кеше — бер-береһенә ҡапма-ҡаршы һүҙһеҙ генә баҫып торалар.
Ағайымдың ҡатыны миңә шылтыратып, алдың-артыңды уйла, һаҡлан, тип туғанымдың һүҙен еткерҙе, — тип һөйләй Йылайыр ҡасабаһынан Каҙим. — Туғанымды бөгөн төндә Өфөлә тоттолар. Был Фаилдың дуҫы. Өҫтәүенә, улар камераларҙан ғына асыҡлап сығарған, трассала уны туҡтатҡандар һәм ҡулға алғандар. Йыл ярым элек иртәнге сәғәт 6-ла уның өйөнә көс структуралары килеп, ишек-тәҙрәләрҙе ватып ингәндәр, ҡулдарын ҡайырып трусиктан ғына бүлеккә алып киткәндәр — Ҡуштау арҡаһында. Республикала пиздец бара, ә башлыҡ үҙенең күтен ҡаплай, ул бында һуңғы кеше, теләһә кемдән һорағыҙ».
Тупһала йәнә мегафон тотҡан ир килеп сыға һәм кешеләрҙе таралырға күндерә. Уға иғтибар итмәйҙәр. Көтмәгәндә атмосфера киҫкен ҡырҡыулаша: махсус тәғәйенләнештәге отряд, күҫәктәр менән щиттарға ҡағып, халыҡҡа таба йүнәлә. Кешеләр ҡысҡыра, полиция машиналарында сиреналар олой, көс структураларына ҡар аталар. Кемделер тоталар, ОМОН кешеләрҙе күҫәк менән туҡмап, юлды асырға тырыша, ләкин бер кем дә таралмай.
Яҡтылыҡ гранаталары шартлауы ишетелә, халыҡ өҫтөнән йә бында, йә тегендә төтөн бағаналары тарала. Кешеләр ергә ҡолай, күҙҙәренә йәбешә һәм биттәрен ҡар менән ыауалай. Күпселеге сыуалышҡа ҡыҫылмай, ләкин көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә төрлө яҡтан термос көрөшкәләре һәм боҙ киҫәктәре оса — тегеләре ҡалҡандар менән ышыҡлана. Тотҡарлауҙар дауам итә. Бер ирҙе ҡамап алалар, күҫәк менән туҡмайҙар, аяҡтарынан тоталар ҙа алып китәләр. Йыйылыусылар «Етәр!» — тип ҡысҡыра, нәҙек ҡатын-ҡыҙ тауышы айырмасыҡ ишетелә: «Система ҡолдары, ҡолдар!»
Ике тиҫтә спецназсы ҡапыл ситкә сығып, ҡалҡандарын төшөрөп, «Оят!» тип ҡысҡырыуҙар аҫтында күҙҙәрен ҡар менән ыуалай, сөскөрә һәм һемгерә башлай. «Уларға, күрәһең, йә шашкаларын кире ташлағандар, йә ел уларҙың яғына шул яҡҡа киткән һәм улар сәсәйҙәр», — ти кемдер.
Пауза барлыҡҡа килә, көс структуралары кешеләрҙе ҡыҫырыҡлауҙан туҡтай. Йыйылыусылар бер-береһен тынысландыра һәм полицияны ҡотортмауҙарын һорай. Шул уҡ ваҡытта кешеләр күбәйә бара. «Хәбиров, юғал!» һәм «Хәбировҡа оят!» тип ҡысҡыралар. Ун минут тигәндә тағы шартлауҙар яңғырай, Росгвардеецлар күҫәк ҡуллана башлай.
Юл буйында бер нисә «ашығыс ярҙам» машинаһы дежур итә. Газдан зыян күреүселәр күп — кешеләр күҙҙәре ауыртыуына зарлана, бер ирҙең башы ярылған. Машинанан күҙҙәренә мамыҡ дискыларҙы ҡыҫып, ныҡлы егет сыға. Күҙ тирәләй ҡыҙыл түңәрәктәр — бешеүҙәр тарала. Уның янына кешеләр йүгереп килә һәм атларға ярҙам итә.
«Күҙҙәр күрмәй, миңә газ менән эләктеләр, — тип аңлата егет. — Ләкин ҡайғырмайбыҙ». Унан «Аллаһ әкбәр!» — тип ҡысҡыра.
«20-ләп кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итте, — тип һөйләй бригадаларҙың береһенең шәфҡәт туташы, — газ арҡаһында. Берәүһенең башын күҫәк менән туҡмағандар — яраларын эшкәрттек. Тағы ла ҡабул итеү бүлмәһенә үҙ аллы мөрәжәғәт итәләр».
Ҡарлыҡҡан тауышҡа ысҡынып, халыҡ араһынан бер ҡатын тәүҙә башҡортса, һүҙҙәрен аңлап булмай, һуңынан урыҫсаға күсеп, көс структураһы вәкиленә ҡысҡыра: «Иҫәр, һиңә нисек оят түгел?»
«Ни өсөн миңә оят булырға тейеш?» — ул яйлап ҡына борола ла ҡатын яғына атлай. Уның каскаһында хаки төҫтәге V хәрефле наклейка ҡарайып тора.
«Үҙеңдекеләргә хыянат итәһең! Әйҙә, ҡатындар менән һуғыш тағы! Хәбиров ҡайҙа, ни өсөн ул халҡы менән бергә түгел?! — ҡатындың истерикаһы башлана. — Үҙегеҙҙекеләргә газ бөркәһегеҙ! Бар Украинала һуғыш! Ниңә унда беҙҙең улдар үлә, ә һеҙ бында тыныс халыҡҡа ҡаршы сығаһығыҙ?! Ауыҙыңды яп, фашист! Хәбиров кеҫәңә аҡса һалдымы?! Ни эшләп ул бында юҡ, ни өсөн?! Ниңә ул түгел, ә һин бында баҫып тораһың?» — уның әсе тауыштарына арҡа менән боролоп, бер ни өндәшмәйенсә үтеп китә.
Икенсе ҡатын үкһеп илай, хуплау ауаҙҙарына ҡушылып, ҡалҡан тотҡан кешеләргә ҡысҡыра: «Иремде миңә кире ҡайтара алмаҫһығыҙ! Ни эшләп бында баҫып тораһығыҙ? Хайуандар! Һеҙ ир-егеттәр түгел! Минең балаларым ғазап сигә, ҡасан да булһа һинекеләр ҙә шулай буласаҡ! Һеҙҙе ултыртҡас, ҡатындарығыҙ ҙа шулай илар!»
Уның һүҙҙәренсә, ирен 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялағандар, шул ваҡыттан алып улар күрешмәгән. Ғаилә өс бала тәрбиәләй, ире инсульт кисергәннән һуң тотлоға башлай, ләкин уны барыбер кире алып китәләр. «Хоҙай ҡасан да булһа һеҙгә яза бирер! — Ул йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырыуын дауам итә. — Украинаға барығыҙ, ғәҙел булһын: һуғыш тиғәс һуғыш. Йәки минең иремде кире ҡайтарығыҙ, зинһар! Мин аҙағынаса уның өсөн көрәшәсәкмен. Путинға тиклем, Хәбировҡа тиклем барып етәм, миңә барыбер. Ни эшләп бында киләһегеҙ?!» — тип ыңғыраша ул, эре күҙ йәштәрен һөртеп.
Спецназсылар уға өндәшмәй генә ҡалҡанадар өҫтөнән ҡарап тора.
Декабрҙә Idel.Реалии журналистары асыҡлауынса, Волга буйы федераль округында һуғышта һәләк булғандар һаны буйынса Башҡортостан — лидер, республика 1242 кеше юғалтҡан. Исемлеккә Рәсәй яғы, һәләк булғандарҙың туғандары, уҡыу йорттары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары тарафынан раҫланған үлемдәр генә ингән, тип билдәләнде. Йәғни һәләк булғандарҙың ысын һаны тағы ла күберәк булырға мөмкин.
«Деструктив элементтар»Көндөҙгө икегә табан көс структуралары һаман территорияны бушатырға тырыша, ләкин бер ни ҙә килеп сыҡмай. Алсынов һаман да суд бинаһында булырға тейеш. Йорт wi-fi’ынан башҡа элемтә саралары эшләмәүе сәбәпле, кешеләр, таныштарынан мәғлүмәт алып, бер-береһенә протест телеграм-каналдарын һәм RusNews баҫмаһы кеүек протестты яҡтыртыусы мәғлүмәт сараларын ябыу хаҡында хәбәрҙәрҙе еткерә. Интернет эҙләп урындағыларҙан ярҙам һорайбыҙ һәм беҙҙе Мәрхәбә йортона алып киләләр.
Мәрхәбә — һикһән йәштәрҙәге илгәҙәк ҡатын. Үҙе лә әле генә суд бинаһынан ҡайттым, ти. Ул өҫтәлгә сәскә һәм йүкә балы, үзбәк биҙәкле касаларҙа ҡайнатма, ҡайнар һурпа менән билмән ҡуя — «йылынығыҙ, ҡыҙҙар», — үҙе яһаған май һәм ҡорот менән һыйлай. Сынаяҡ аҫтарына һөтлө ҡайнар сәй ҡоя.
«Көн һайын илайбыҙ, йәл уны, — ти ул Фаил тураһында, күҙ йәштәрен һөртөп. Был намыҫһыҙлыҡ бит. Беҙ тәржемәне беләбеҙ бит, „ҡара халыҡ“ нимә икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Ғәҙелһеҙлек. Хатта күҙҙәрем шешенә».
Мәрхәбә бөтә нимәне лә күңеленә яҡын ала. Уның балалары таралышып бөттө: улы Мәскәүҙә эшләй, ҡыҙы — Өфөлә. Мәрхәбә әйтеүенсә, улар ҙа Фаилде хуплай, ләкин балаларына ул, борсолмаһындар тип, бөгөн бер ҡайҙа ла бармауын әйтте. «Ғәйепһеҙ булыуын беләбеҙ, власьҡа ҡаршы бер нимә лә әйтмәне ул. Халыҡты эсмәҫкә, аңға килергә, үҙ тәбиғәтен һаҡларға саҡыра ине. Йөрәге халыҡ өсөн әрней. Ул бит ысын күңелдән әйтә!» — тип асыулана ҡатын.
Беҙ ярты сәғәттән суд бинаһына кире килгән саҡта халыҡта һәм протест чаттарында хөкөм ҡарарын ҡайтанан ҡарау тураһында хәбәр тарала. Бер ир спецназсыларға яҡын килеп: «Шлемдар, ҡалҡандарығыҙҙы ташлар ҙа китер инегеҙ», — ти. «Һеҙгә бының өсөн түләйҙәр, ә миңә бер кем дә түләмәй», — икенсеһе әйтә.
Тағы бер ир росгвардиясы менән һөйләшеүҙән һуң аңлатып бирә: «Был минең күршем. Яҡшы егет, мин уны беләм. Ул мине туҡмамаҫ. Эше шундай: полицияла эшләй, улар унда торорға мәжбүр».
Көндөҙгө өстәр тирәһендә «Урал» ОМОН отряды командиры урынбаҫары Нәзим Ғаязов (шәхесен «Агентство» асыҡлаған) митингыла ҡатнашыусылар менән һөйләшеүҙәр башлай ҙа йыйынғандарҙың таралыуы алмашына тотҡарланғандарҙы азат итеүҙе тәҡдим итә.
Кешеләр инде бер нисә сәғәт урамда баҫып тора. Эргәләге бер өйҙең хужаһы йыйылғандарҙы йылынырға саҡыра, һәм улар бер-береһен алмашлап эскә инәләр. Өйҙә ҙур мейес, йылыныр өсөн кешеләр уға устарын терәй. Бер ир-егет мейес янына ултырғыс ҡуйып, уға ялан аяҡ табандарын терәй. Күрше бүлмәлә балалар уйнай. Ҡатындар һөтлө сәй яһай, печенье тарата.
«Халыҡтың асыуы ҡайнай! Нимәгә ОМОН? Беҙ үҙебеҙ хәл итер инек, — ти киҫкен рәүештә бер ҡатын. — Беҙ үҙебеҙҙең батырыбыҙҙы бирмәйбеҙ. Хабиров үҙенең мафияһын алып китһен бынан».
Мейес янында туҙған тун кейгән ҡара шәлле ҡатын ултыра. Ул кем менәндер телефондан һөйләшә — башҡорт телендә, «Фаиль» исемен, «Хабиров» һәм «Путин» фамилияларын ғына айырам. Ҡатындың исеме Зилә Фәритйән ҡыҙы.
«Суд булған көндө, өлөкөгөн (кисәнән алда) үҙемә урын таба алманым. Шуға бөгөн өйҙән сығып попутка тотоп килеп еттем, — ти ул. — Мин Фаилдең яҡташы, уның уҡытыусыһы. Фаил күп балалы ғаиләлә үҫте, үҙенең дүрт балаһы. Мин Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен бирҙем. Уның патриотизмында минең дә хеҙмәтем барҙыр. XVI быуатта Рәсәй иленә ҡушылғандан һуң беҙҙең халҡыбыҙ күп трагик ваҡиғалар кисерҙе, мин былар хаҡында йәшһеҙ һөйләй алмай инем. Башҡорттар үҙҙәренең азатлығы, ере өсөн көрәште, колонизацияға ҡаршы күп баш күтәрҙе. Беҙ һәм Америкалағы индеецтар кеүек береһе лә көрәшмәне. Тик хәҙер береһе лә тиерлек бының хаҡта һөйләмәй — 2005 йылда мин пенсияға сыҡтым, шул ваҡыттараҡ минең предмет (фән) та уҡытыуҙан туҡтатылды».
Киске сәғәт биштәр тирәһендә Фаил Алсыновтың атаһы сираттағы тапҡыр халыҡтың таралыуын һорай. Был юлы халыҡ бирелә һәм яйлап таралыша башлай. Фаилде автозакта алып китәләр.
Тиҙҙән протест ваҡытында тотолған алты кешенең ҡулға алыныуы билдәле була: Денис Скворцовты, Фәнзил Әхмәтшинды, Юлай Аралбаевты, Радмир Мөхәмәтшинды һәм Дмитрий Петровты суд 10 тәүлеккә һаҡ аҫтында ҡалдырыуҙы билдәләй. Илнар Галинға — 13 тәүлек. Активистарҙы «митингты ойоштороу йәки үткәреүҙең билдәләнгән тәртибен боҙоу»ҙа (КоАП-тың 20.2-се статьяһы) ғәйепле тип табалар. Тәфтиш комитеты күмәк тәртипһеҙлектәр тураһында (Енәйәт кодексының 212-се статьяһы) һәм власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыу (Енәйәт кодексының 318-се статьяһы) статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылғанын хәбәр итә.
Кисен урындағы «БСТ» телевидениеһы яңылыҡтарында «Экстремистҡа хөкөм» исеме аҫтында сюжет күрһәтәләр. Унда әйтелеүенсә, «Рәсәй дошмандары язаланырга тейеш». Активисттың «сит ил спецслужбалары» менән эш итеүе һәм ВСУ яҡлы булыуы тураһында һөйләйҙәр. Һуңынан Алсыновты шулай уҡ Рәсәй дошманы, һәм «Башкорт»тоң ҡатнашыусылары «ВСО-ны яҡлайҙар һәм беҙҙең һалдаттарҙың үлеменә ҡыуаналар» тигән фекерҙә булыусы «СВО һалдаттары»ның ролигы күрһәтелә.
Икенсе көндө «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт думаһы депутаты Динар Ғилметдинов Украина һәм Балтия спецслужбаларының Баймаҡтағы хәлдәргә тәьҫире хаҡында бәйән итәсәк. Ул протестҡа «Украина һәм Прибалтика территорияларынан эш итеүсе элементтары»ның «үҙ-ара бәйләнгән телеграм-каналдар һәм башҡа бәйләм каналдары» аша ҡағылышы булыуын, һәм «деструктив группалар»ҙың Путин командаһының «иң көслө һәм эффектив» губернаторы булғаны өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хабировҡа ҡаршы акция үткәреүен әйтә.
«Уларҙың төп маҡсаты — ил өсөн ауыр заманда республика эсендә хәлде сайҡалдырыу», — тип әйтер депутат.
Марина-Майя Говзман